Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Июль 2022, 17:27

Хаҡтарҙың тиҙ артыуына юл ҡуймау буйынса хөкүмәт штабы бөтөрөлдө

Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған ҡарарҙа тауар баҙарында тигеҙлекте тәьмин итеү һәм республикала ауыл хужалығы продукцияһына, сеймалға, аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың тиҙ артыуына юл ҡуймау мәсьәләләрен оператив рәүештә ҡарау штабы бөтөрөлә.

Хаҡтарҙың тиҙ артыуына юл ҡуймау буйынса хөкүмәт штабы бөтөрөлдө
Хаҡтарҙың тиҙ артыуына юл ҡуймау буйынса хөкүмәт штабы бөтөрөлдө

Шулай уҡ штаб сиктәрендә эшләп килгән эшсе төркөмдәр бөтөрөлә, ә хөкүмәттең быға тиклем ҡабул ителгән ҡарарҙары үҙ көсөн юғалтты тип танылды. Бындай ҡарар республикала социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлеккә хаҡтар мониторингы буйынса эш төркөмөн булдырыу менән бәйле ҡабул ителде.

Бынан алда «Башинформ» республикала аҙыҡ-түлеккә ажиотаждың бөтөүе хаҡында хәбәр иткәйне.

Фото: novostivl.ru

Автор: Нэркэс Сулейманова
Читайте нас