Яңылыҡтар
26 Июля 2022, 05:24

Стипендия күләме арттырылды

Башҡортостанда дәүләт колледждарының һәләтле студенттарына булышлыҡ итеү өсөн республика Башлығы стипендияһы күләме 2300 һумдан 4900-гә тиклем арттырылды.

Стипендия күләме арттырылдыСтипендия күләме арттырылды
Стипендия күләме арттырылды

Был хаҡта ЦУР-ҙа хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе.

Айбулат Хажин билдәләүенсә, стипендиялар һаны ла артҡан.  2021 йылда улар 107 булһа, 2022 йылда иһә 150.

«Улар 1 сентябрҙән түләнә башлай. Хәҙер 2022-2023 уҡыу йылында стипендияға дәғүә итеү асыҡ конкурс уҙғарыла», — тип өҫтәне министр.

Фото: gazetaingush.ru

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас