-2 °С
Болотло
Башҡортостанда «Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә, унда 26 мобиль комплекс һәм 156 белгес эшләй, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» агентлығы.
«Хәтерегеҙгә төшөрәм, тикшерелеү – бушлай. Белгестәргә яҙылырға кәрәкмәй – сират буйынса ҡабул итәләр. Иң мөһиме, үҙегеҙ менән паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкаһы полисын алырға онотмағыҙ. Барығыҙға ла һаулыҡ! Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!», – тип яҙҙы Радий Хәбиров Telegram-каналда.
2022 йылдың башынан Башҡортостандың алыҫ райондарында йәшәгән 54 000-гә яҡын кеше «Сәләмәтлек поездары»нда тикшереү үткән.
Фото: alshvesti-b.ru