Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Июль 2022, 11:28

Башҡортостандан гуманитар йөк тейәлгән автоколонна Красный Луч ҡалаһына барып етте

Башҡортостандан гуманитар йөк тейәлгән 17-се автоколонна Луганск Халыҡ Республикаһына барып етте. Был хаҡта Telegram-каналда Красный Луч ҡалаһы хакимиәте хәбәр итте.

Башҡортостандан гуманитар йөк тейәлгән автоколонна Красный Луч ҡалаһына барып етте
Башҡортостандан гуманитар йөк тейәлгән автоколонна Красный Луч ҡалаһына барып етте

Республикабыҙҙан яҡын көндәрҙә асылырға тейешле балалар ялы үҙәге өсөн ике тоннанан ашыу ҡорамал оҙатылды.

«Беҙ ноутбук, принтер, проектор, мәктәп кәрәк-яраҡтары, ижад өсөн йыйылмалар, футбол, баскетбол һәм волейбол туптары, өҫтәл уйындары, татлы күстәнәстәр, шул иҫәптән башҡорт балы алып килдек, шулай уҡ көнкүреш химияһы һәм дезинфекция саралары бар», – тине «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Красный Луч ҡалаһында Башҡортостан табиптары эшләй, ә республикабыҙ төҙөүселәре алдында йорттарҙы тергеҙеү һәм 1 сентябргә Петровский ауылының Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән 22-се мәктәбен ремонтлау бурысы тора.

Фото: Башинформ

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: