Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Июль , 11:44

Өфөнән Сочиға - өҫтәмә поезд

Өфөнән Сочиҙың Имеретинский курортына тиклем өҫтәмә поезд йөрөй башланы, тип хәбәр итте Куйбышев тимер юлының матбуғат хеҙмәте.

Өфөнән Сочиға - өҫтәмә поезд
Өфөнән Сочиға - өҫтәмә поезд

559/560-сы поезд популяр ял итеү урынына 31 июлдә, 3, 5, 8, 10, 13, 18, 19, 24, 26, 29, 31 августа, 3, 5, 8, 10, 13 сентябрҙә юллана.

Башҡортостандың баш ҡалаһына состав 2, 5, 7, 10, 12, 15, 20, 21, 26, 28, 31 августа, 2, 5, 7, 10, 12 һәм 15 сентябрҙә юлға сыға.

«Юлда төп туҡталыштар — Һамар, Һарытау, Волгоград, Сальск, Краснодар, Горячий Ключ, Лазаревская һәм Адлер. Пассажирҙарҙың теләктәрен иҫәпкә алып, маршрутҡа купе һәм плацкарт вагондар индерелде», — тип билдәләнеләр Куйбышев тимер юлында.

Фото: m.fishki.net

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас в