Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, утты һүндергәндә 1985 йылғы ҡатындың һәм уның 2011 йылғы ҡыҙының кәүҙәһе табыла. Фажиғәлә 2008 йылғы малай менән 2020 йылғы ҡыҙыҡай ҙа ныҡ зыян күрә. Уларҙы ҡатын тәҙрә аша атаһының ҡулына тапшырып өлгөрә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 14 йәшлек малайҙың хәле яҡшынан булмай, уның тәненең 90 проценты янғаны асыҡлана. Билдәле булыуынса, үҫмер дауаханала йән биргән...
Өс кешенең ғүмерен ҡыйған янғын аласыҡҡа ут яғыуҙан башлана. Әле ваҡиға урынынан санавиация ярҙамында Өфөгә килтерелгән ике йәшлек ҡыҙҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн тырыша табиптар.