Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Июль 2022, 11:35

«Башҡорт аты» республика фестивалендә йылҡысылыҡты үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре тикшерелә

2022 йылдың 29-30 июлендә Баймаҡ районының Граф күле буйында «Башҡорт аты» республика башҡорт тоҡомло аттар фестивале ойошторола. Төрлө мәҙәни-күңел асыу сараларынан тыш, фестиваль киң эшлекле программа майҙансығы булмаҡсы.

«Башҡорт аты» республика фестивалендә йылҡысылыҡты үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре тикшерелә
«Башҡорт аты» республика фестивалендә йылҡысылыҡты үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре тикшерелә

Унда башҡарма власть органдарының йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, йылҡысылыҡ хужалыҡтары һәм тоҡом малы репродукторҙары етәкселәре, зоотехниктар, генетика, селекция һәм тоҡомло аттарҙы үрсетеү өлкәһендәге ғилми берләшмәләр вәкилдәре ҡатнаша. Ҡатнашыусылар түңәрәк өҫтәл барышында Башҡортостанда йылҡысылыҡ тармағын селекция һәм технологик яҡтан тәьмин итеүҙең мөһим мәсьәләләрен, эшмәкәрлектең төп йүнәлештәрен һәм ошо өлкәләге проблемаларҙы, шулай уҡ тоҡомдо артабан камиллаштырыуҙы тикшерергә йыйына.

Бынан тыш, сараның икенсе көнөндә Башҡорт дәүләт аграр университеты һәм «Аҡбуҙат» республика йылҡысылыҡ һәм ат спорты буйынса компетенция үҙәге белгестәре башҡорт тоҡомло аттарҙы бонитировкалау буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрә.

Фестивалдә махсус рәүештә бейә һөтөнән шифалы эсемлек яратыусылар өсөн Республика ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ла уҙғарыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда ҡымыҙсы һөнәрен популярлаштырыу, милли эсемлек етештереү технологияһында алдынғы тәжрибә менән уртаҡлашыу маҡсатында был бәйге даими ойоштороп килә. Быйыл иһә 20-нән ашыу райондан ҡымыҙ бешеүселәр ҡатнашырға әҙерләнә. Абруйлы жюри хөкөмөнә республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә етештерелгән ҡымыҙ тәҡдим ителә.

Фото: Башинформ.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: