+1 °С
Болотло
Майҙансыҡ “Реаль эштәр” программаһы һәм өлөшләтә ҡала бюджеты иҫәбенә төҙөлдө.
Подрядсы ойошма (Урал спорт инвентарҙары заводы) майҙансыҡҡа ҡом түшәп, уйын элементтарын урынлаштырҙы.
Биҫтә халҡы балалар майҙансыҡтарын күптән һорай. Әммә бындағы ихаталар “Башҡорт ихаталары” программаһына тура килмәй. Уҙған йылда бағыусылар ярҙамы һәм уртаҡ көс менән Изге шишмә урамында ҙур булмаған балалар майҙансығы барлыҡҡа килгәйне. Киләсәктә ҡаланың яңы һәм төпкөл биҫтәләрендә лә балалар майҙансыҡтарын төҙөү планлаштырыла.
Фото: Белорет хакимиәте сайтынан