Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Август 2022, 13:30

Илдең көньяғына осоштарҙы сикләү режимын оҙайтылды

Федераль һауа транспорты агентлығы илдең көньяғына һәм үҙәк өлөшөнә осоштарҙы ваҡытлыса сикләү режимын 11 авгусҡа тиклем оҙайтты.

Илдең көньяғына осоштарҙы сикләү режимын оҙайтылды
Илдең көньяғына осоштарҙы сикләү режимын оҙайтылды

 Был хаҡта мәғлүмәт ведомствоның рәсми сайтында баҫылған.

Һүҙ Анапа, Белгород, Брянск, Воронеж, Геленджик, Краснодар, Курск, Липецк, Дондағы Ростов, Симферополь һәм Элиста аэропорттары хаҡында бара.

«Авиакомпанияларға Сочи, Волгоград, Минераль Һыуҙар, Ставрополь һәм Мәскәү аша альтернатив маршруттар тәҡдим ителә. Башҡа аэропорттар ғәҙәттәгесә эшләй», — тип тиелә белдереүҙә.

Фото: b17.ru

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: