Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Август , 15:49

Төбәк Башлығы Радий Хәбиров Шайморатов отряды яугирҙәре әҙерлек үткән урынға барҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров М. Шайморатов исемендәге башҡорт мотоуҡсылар батальоны яугирҙары әҙерлек үткән урынға барҙы.  

Төбәк Башлығы Радий Хәбиров Шайморатов отряды яугирҙәре әҙерлек үткән урынға барҙы
Төбәк Башлығы Радий Хәбиров Шайморатов отряды яугирҙәре әҙерлек үткән урынға барҙы

«Беҙҙең яугирҙар — күп быуаттар буйына тыуған ерен һаҡлаған, һуғышта еңгән яугирҙәрҙең вариҫтары. Хәҙер ҙә шулай булыр тип ышанам. Афарин, егеттәр, ҡуйылған бурыстарҙы үтәйҙәр. Командирҙар уларҙы маҡтай, был бик мөһим», — тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Республика ошо батальонды һәм Александр Доставалов исемендәге батальонды кейем-һалым, аҙыҡ-түлек, медикаменттар менән тәьмин итте, тип билдәләне ул.

«Беҙ уларҙың туғандары һәм яҡындары менән һәр саҡ бәйләнештәбеҙ. Егеттәр, беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!» — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, батальон яугирҙарын оҙатыу тантанаһы 6 июлдә «Патриот» паркында үтте.

Фото: Башинформ.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас в