Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Август 2022, 11:35

Август тыуҙы - ауыҙ туңды

Росгидромет белгестәре әҙерләгән гидрометеорология бюллетене мәғлүмәттәренә ярашлы, августа илдең күпселек биләмәһендә һауа температураһының уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәр кимәлендә (15,5-16,9 градус йылы) булыуы көтөлә.

Август тыуҙы - ауыҙ туңды
Август тыуҙы - ауыҙ туңды

Рәсәйҙең Европа өлөшөндә яуым-төшөм нормаға ярашлы, ләкин Волга буйы федераль округының көньяғында һәм көнсығышында, атап әйткәндә, Башҡортостан урынлашҡан ерҙә, норманан аҙыраҡ була. Өфөлә яуым-төшөмдөң уртаса айлыҡ нормаһынан 75 проценты ғына көтөлә (норма - 54 миллиметр), шул уҡ ваҡытта һауа температураһының ошо урын өсөн климат нормаһынан 1,1 градусҡа юғарыраҡ (17,6 градус) булыуы ихтимал.

Фото: ok.ru

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: