Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Август , 17:15

45 мең эш урыны тәҡдим ителә

Башҡортостандың мәшғүллек үҙәгенең интерактив порталында эш биреүселәр тарафынан 45 мең вакансия тәҡдим ителә.

45 мең эш урыны тәҡдим ителә
45 мең эш урыны тәҡдим ителә

Йыл башынан 9 мең эш биреүсе “Работа России” федераль дәүләт мәғлүмәт системаһы аша 236 мең вакансия тураһында мәғлүмәт бирҙе.

- Портал аша эш эҙләү фильтрҙар системаһы арҡылы тормошҡа ашырыла. Улар ярҙамында эш эҙләүсе кәрәкле төбәкте, эш хаҡын, эш графигын, мәшғүллек төрөн һәм башҡа мөһим критерийҙарҙы һайлай ала. Республикала 4750 эш биреүсе үҙ коллективтарына бөгөндән үк яңы белгестәрҙе ҡабул итергә әҙер, - ти Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Башлыса етештереү һәм сәнәғәт (6,7 мең), төҙөлөш (5,1 мең) тармаҡтары, сауҙа (3,8 мең) һәм йәмәғәт туҡланыуы (2,3 мең) предприятиелары хеҙмәткәрҙәргә ҡытлыҡ кисерә.

Төбәк ойошмаларына йәмғеһе 2490 водитель, 2430 слесарь, 1750 һатыусы, 1100 табип һәм 650 шәфҡәт туташы, 970 инженер, 790 уҡытыусы, 610 ашнаҡсы һәм 600 кухня эшсеһе, 480 менеджер һәм 300 токарь талап ителә.

Шулай уҡ эш биреүселәргә үҙ компаниялары һәм вакантлы урындар менән аҙна һайын ойошторолған вакансиялар йәрминкәһендә лә таныштырырға мөмкин.

Эшкә урынлашыу йәһәтенән акцияла ҡатнашырға теләүселәр урындағы мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итә ала.

Фото: belormedkol.ru

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас в