Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Август 2022, 11:42

Иҫкергән ҡорамалдар алмаштырыла

Район хакимиәте башлығының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөлөш һәм транспорт буйынса урынбаҫары Юрий Точилкин хәбәр итеүенсә, район-ҡалала йылытыу миҙгеленә әҙерлек дауам итә. Әкренләп ҡаланың йылытыу системаһы тәртипкә килтерелә. Йылылыҡ менән тәьмин итеүсе ойошмалар тарафынан йылытыу системаларына гидравлик һынау эштәре тормошҡа ашырылған. Бөгөнгә тиклем йәмғеһе 6 саҡрым һуҙымында торба үткәргесе алмаштырылған. Йәй буйы 3,3 км квартал эсе селтәре төҙөкләндерелә.

Иҫкергән ҡорамалдар алмаштырыла
Иҫкергән ҡорамалдар алмаштырыла

Йылылыҡ селтәрҙәре менән бергә ҡаҙанлыҡ биналарын ремонтлау, иҫкергән ҡорамалдарҙы алмаштырыу йәһәтенән дә байтаҡ эштәр атҡарыла. План буйынса икенсе һәм етенсе ҡаҙанлыҡты яңыртыу ҡаралған. Икенсе ҡаҙанлыҡ Дауахана ҡаласығында урынлашҡан. Ул ҡорамалдарҙың иҫкереүе һәм ҡеүәттәре етмәү сәбәпле, һуңғы 10 йылда бөтөнләй ҡулланылмаған. Иҫкеләре урынына хәҙер өс заманса ҡаҙанлыҡ урынлаштырыла. Был ҡаҙанлыҡ тулыһынса Дауахана ҡаласығын һәм Мәжит Ғафури урамындағы 159-сы, 161-се, 163-сө һәм 165-се йорттарҙы йылылыҡ менән тәьмин итәсәк. Быға тиклем бында йылылыҡ 2,5 саҡрымлыҡ торба үткәргес аша еткерелә ине.

Етенсе ҡаҙанлыҡ Тимер юл ауылында урынлашҡан. Ул эшләп торһа ла, ҡаҙанлыҡтарҙың иҫке булыуы сәбәпле, бик күп йылы бушҡа исраф ҡылынған. Энергияны һөҙөмтәле файҙаланыу мөмкинлеген биргән өс яңы заманса ҡаҙанлыҡ был мәсьәләне хәл итәсәк.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: