Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Август , 00:18

Эштә лә, турслетта ла һынатмайҙар

Бөгөн Белорет районында  Башҡортостан Республикаһының машиналар эшләү  сәнәғәте тармағы профсоюз ойошмалары ассоциацияларының турслеты башланды. Турслет өс көн барасаҡ. Ярышта ҡатнашыусыларға  төрлө конкурстарҙа көс һынашырға тура киләсәк.

Сосновка ауылы эргәһендәге һабантуй үткән ялан бынан ары һис буш тормаҫҡа оҡшай. Ялан  район, республика күләмендәге тѳрлѳ саралар үткәреү ѳсѳн бик ҡулай. Турслет  тап ошо яланда башланды. Унда республиканың  11-ҙән ашыу  танылған һәм кѳслѳ предприятиелар коллективтарының йәш хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша. Улар араһында Нефтекама ҡалаһының “НефАЗ”, «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе»,  "Гидравлика"  Ѳфѳ агрегат предприятиеһы, Ѳфѳ агрегат производствоһы берекмәһе,  Бәләбәй  «Автонормаль» заводы, Күмертау авиация етештереү предприятиеһы, Өфө «Молния» фәнни-производство предприятиеһы,  «Благовещен арматура заводы» акционерҙар йәмғиәттәре,  "Авангард" Стәрлетамаҡ федераль ҡаҙна предприятиеһы, Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәк учреждениеһы, ҡаланың "Белорет рессор һәм пружиналар заводы" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм башҡа предприятиеларҙың профсоюз ойошмалары коллективтары хеҙмәткәрҙәре ѳс кѳн буйына  тѳрлѳ ярыштарҙа ҡатнашып, үҙҙәренең эштә генә түгел, спортта ла алдынғы икәнлеген күрһәтәсәк.

Турслеттың беренсе кѳнѳндә Сосновка яланы палаткалар ҡаласығына әйләнде тиһәң дә була. Командалар урынлашып бѳткәс, уларға хәүефһеҙлек саралары тураһында инструктаж үткәргәндән һуң, барыһы ла сәхнә янына йыйылды.  Турслетты тантаналы асҡандан һуң,  командалар конкурстың беренсе талабы буйынса бер-бер артлы үҙҙәренең "Сәләмләү" сығыштарын күрһәтте. Һәр команда үҙҙәренең предприятиелары, һѳнәрҙәре, профсоюз ойошмалары тураһында бик ҡыҙыҡлы сығыш яһаны. Баһалау комиссияһы бик етди. Һәр артыҡ секунд ѳсѳн мәрәйҙәрҙе алып ташларға әҙер генә торҙо. Тамашасылар һәр команданы тәбрикләп ҡул сапты, уларҙың сығыштарын яратып  ҡараны. Һәр команда сағыу, матур, юморға бай "Сәләмләү" тәҡдим итте.  Сығыштарҙы  мәртәбәле жюри ағзалары баһаланы. Турслеттың тәүге кѳнѳ "Киске квест" уйыны менән тамамланды.

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас в