Белорет районының Сосновка ауылы эргәһендәге яланда турслет бара. Бик ҡыҙыҡлы конкурстар үтә. Республиканың төрлө билдәле предприятиеларында, учреждениеларында эшләгән йәштәр турслетта көс һынаша. Туристик слеттың маҡсаты ла предприятиеларҙа эшләгән йәштәр араһында сәләмәт тормош рәүешен, йәмғиәттәге әүҙемлекте, спортты пропагандалауға ҡоролған. Турслеттың тәүге көнө бик ҡыҙыҡлы конкурстар менән башланып китте. Шундай конкурстарҙың береһендә Республиканың дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәк учреждениеһы хеҙмәткәре Дарья Шерешеваға Өфө “Авиация технологиялары технопаркы” хеҙмәткәре Евгений Амантий өйләнешергә тәҡдим яһаны. Был көтөлмәгән тәҡдимдән барыһы ла аптырап ҡалды. Бигерәк тә сәхнәлә сығыш яһап торған Дарья нығыраҡ ҡаушап ҡалғандыр. Евгений иһә шул арала ҡыҙ алдында тубыҡланып һөйгәненә бер ҡосаҡ сәскә һәм балдаҡ тапшырҙы. Башҡортостандың төрлө ҡалаларынан йыйылған йәштәр, турслетты ҡарарға килеүселәр конкурстың бындай боролош алыуын көтмәгәйне. Барыһы ла геү килеп йәштәрҙе ҡотланы, ялан өҫтөн көслө ҡул сабыуҙар, шатлыҡлы, дәртләндереү тауыштары күмде. Бына шундай иҫ китмәле матур ваҡиға биҙәне турслеттың беренсе көнөн. Бер-береһен тап бер йыл элек ошо турслетта осратҡан Дарья менән Евгенийға бәхетле пар булыуҙарын теләйек.