Һәр йыйынды йәмләп, уның сағыу биҙәге булып мәргән уҡсылар тора. Был ярышты тамашасылар бик яратып ҡарай. Сөнки элек-электән килгән был ярыш төрө һуңғы йылдары бик популяр спорт төрөнә әйләнеп китте һәм унда олоһонан алып кесеһенә тиклем ҡатнаша. Бигерәк тә уҡ менән атырға ҡатын-ҡыҙҙар ҙа әүәҫләнеп китте. Ҡатай ырыуына бағышланған Хl "Иҙелбашы" этнофорумының да биҙәге булып торҙо “Мәргән уҡсылар” ярышы. Сәпкә уҡтың барып ҡаҙалыуын һәр кем ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте, оҫталығы булғандар ярыш барышында кәңәштәрен биреп, янды нисек тоторға, уҡтан нисек атырға тигәндәй, урындарынан талпынып-талпынып ҡуйҙы. Ни тиһәң дә, уҡтан атыу уйын эш түгел, ә олатай-атайҙарҙан ҡалған етди һөнәр. Бында сослоҡ, дәрт, көс кәрәк.
“Мәргән уҡсылар” ярышында бик күптәр мәргәнлектәрен һынап ҡараны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр кемгә отҡорлоҡ, мәргәнлек бирелмәй шул. Уҡтары сәпкә теймәй, әллә ҡайҙа, яҙа осҡандар конкурстан тиҙ арала төшөп ҡалды. Ә бына уҡ-ян менән оҫта ғына эш итә белгәндәр бирешмәне. Һәр кем еңеүсе титулын яуларға тырышты.
Балалар араһында мәргән уҡсы исеменә лайыҡлы тип табылып III урынды алған Вилнур Хәсәнов, II урынды яулаған Динислам Үҙәнбаев ҡыуаныстарынан һә тигәнсе, сәхнәгә күтәрелделәр. Ә бына беренселекте эләктергән Вита Носкова барыһын да хайран ҡалдырҙы. Бәләкәй генә ҡыҙ бала үтә мәргән, оҫта уҡсы булып сыҡты. Афарин, был ҡыҙ балаға! Шулай уҡ “Иң йәш уҡсы” номинацияһына Йәзилә Үҙәнбаева лайыҡ булды. Ул ярышта ҡатнашыусылар араһында иң бәләкәйе ине.
Тәжрибәләре булған, күп тапҡыр еңеүҙәр яулаған, быуындары нығынған уҡсылар араһында III урынды Алеся Хәсәнова, II урынды Айнур Ибраһимов, I урынды Марат Әхәтов яуланы. Мәргән уҡсылар барыһы ла Дипломдар, бүләктәр алып ҡыуанды.