Батырҙар көстәрен һанарға бер-бер артлы теҙелде. Бәйгене ҡарарға йыйынға килгән бар халыҡ батырҙарҙы ҡулсаға алып, бер ергә йыйылды. Өс турҙан торған бәйгене халыҡ ҡыҙыҡһынып, дәртләнеп, үҙ-ара бәхәсләшеп күҙәтте. 30-ан алып 90 килограмм ауырлыҡтағы таштарҙы күтәреүҙә Йөйәк баһадирҙары Ғәзиз Мансуров, Фәнзил Муллағәлимов, Айҙар Искәндәров, Вилдан Хөснөтдинов, Фируз Хөснөтдинов, Сыңғыҙ Закиров, Айгизәр Ғәйнетдинов, Линар Солтанов, Межгорьенан Дим Сөләймәнов, Вәғиз Фәхретдинов, Сермәндән Руслан Ҡужаҡов, Ғәбдөктән Мостафа Ғәббәсов, Инйәрҙән Алик Мөсәлимов ҡатнашты. Егеттәргә етеҙлек, дәрт, ҡул көслөлөгө, бил ныҡлығы кәрәк булды был бәйгелә. Ифрат ауыр таштарҙы кемдер 16 тапҡыр, кемдер 60 тапҡыр баш осона тиклем күтәреп йыйылыусыларҙы хайран итте. Иң ауыр бәйгеләрҙең береһе булған бәйгелә ҡатнашҡан батыр егеттәрҙең барыһы ла Рәхмәт хаттарына, тамашаны ҡараған халыҡтың маҡтау-хуплауына лайыҡ булды.
Иң ғәжәпләндергәне һәм һоҡландырғаны ҡатай егеттәре менән бер рәттән таш күтәреү конкурсында Бирҙеғол ауылынан 63 йәшлек Әнисә Зияитдинова ла ҡатнашты һәм этнофорумдың Рәхмәт хатына һәм махсус бүләгенә лайыҡ булды.
Һәр бәйгенең еңеүселәре, иң-иңдәре була. III урын Межгорьенан Вәғиз Фәхретдиновҡа тапшырылды, II урын Инйәр батыры Алик Мөсәлимовҡа бирелде, I урынды Йөйәк бөркөтө Фируз Хөснөтдинов яуланы. Хl "Иҙелбашы" этнофорумының "Ҡатай батыры" титулына, Гран приға Межгорьенан Дим Сөләймәнов лайыҡ булды. Батырҙарға матур бүләктәр, Рәхмәт хаттары тапшырылды. Бына тигән рухлы, бына тигән дәртле егеттәр-бөркөттәр үҫә ҡатай ырыуында!