Ҡатай ырыуына бағышланған Хl "Иҙелбашы" этнофорумының быйылғы йылында ла “Ҡатай һылыуы” конкурсы үтте. Был конкурста ҡатай һылыуҙары һәр саҡ әүҙемлек күрһәтә.
Сибәрлек йөҙҙә генә түгел, тыйнаҡлыҡта, аҡылда, тәрбиәлелектә, иманда һәм нәфислектә, нәзәкәтлектә, шулай уҡ эшһөйәрлектә тип тә әйтергә кәрәктер. “Ҡатай һылыуы” конкурсында ҡатнашҡан гүзәлкәйҙәр үҙҙәренең белемдәрен, хыялдарын, тормошҡа ҡарашын, шулай уҡ нәфис һүҙгә, йыр-моңға, бейеүгә оҫталыҡтарын күрһәтергә тейеш ине. Бер-бер артлы сәхнә түренә теҙелгән нәзәкәтле һылыуҙар иң алда үҙҙәре менән таныштырып үтте. Уҫманғәле ауылынан Зөлфиә Салауатова, Бриштән Элина Фәхретдинова, Инйәрҙән Айгүзәл Валаманова, Сермәндән Диана Вәхитова, Ҡоҙғон-Әхмәрҙән Айгөл Мөхәмәтшина, Балаҡатай районы Түбәнге Үтәш ауылынан Эмилия Ниғәмәтйәнова һылыулыҡта һәм һәләтлектә ярышты.
Баһалама комиссияһына иң абруйлы ҡатай вәкилдәре һайлап ҡуйылды. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡортостандың Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрын ойоштороусы Рәмил Ғәйзуллин, бейеүсе, балетмейстер, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Риф Ғәбитов, Башҡортостан Дәүләт концерт залы директоры урынбаҫары, йәмәғәтсе Хәлил Хәмзин һылыуҡайҙарға тейешле мәрәй ҡуйып үҙҙәренә тапшырылған эшкә бик етди ҡараны.
Һылыуҙар өйгә бирелгән эште лә еренә еткереп үтәгән. “Милли аш-һыу оҫтаһы” конкурсына ҡыҙҙар үҙ ҡулдары менән бешергән башҡорт милли ризыҡтарын баһалау комиссияһына тәҡдим итте. Баһалама комиссияһындағы етди һәм мәртәбәле ағайҙар һылыуҙарға ҡатай ырыуы, уның арҙаҡлы шәхестәре, билдәле кешеләрҙең ниндәй наградаларға эйә булыуы тураһында ла һорауҙар бирҙе. Ҡатай һылыуҙары үҙҙәренең моңло ла, дәртле лә, йырға маһир, бейеүгә оҫта икәнлектәрен дә күрһәтте.
Бына төрлө отҡорлоҡто, зыялыҡты, инсафлыҡты, гүзәллекте күрһәтеүҙә ярышҡан һылыуҙарҙың бәйгеһе лә аҙағына яҡынлашты. Баһалау комиссияһы ағзалары иңенә иң ауыр бурыс ятты, береһенән-береһе һылыу ҡыҙҙарға баһа биреү еңелдән түгел шул!
Эмилия Ниғәмәтйәнова, Айгүзәл Валаманова III урынды яуланы, Айгөл Мөхәмәтшина, Зөлфиә Салауатова II урынға лайыҡ булды, Диана Вәхитоваға I урын тапшырылды. Бәйгенең иң тулҡынландырғыс ваҡыты килеп етте. Гран при кемгә бирелеүен инде барыһыла белә ине. Сөнки сәхнәлә бер һылыу ғына тороп ҡалды. Гран при тантаналы һәм көслө алҡышлауҙар аҫтында Бриш ауылы сибәре Элина Фәхретдиноваға тапшырылды. Ҡатай ырыуына бағышланған Хl "Иҙелбашы" этнофорумының “Ҡатай һылыуы” конкурсы тажына һәм еңеүсе таҫмаһына Элина Фәхретдинова лайыҡ булды. Һылыуҡайҙарға этнофорум бағыусыларынан бүләктәр, Дипломдар, Рәхмәт хаттары тапшырылды.