Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Август 2022, 12:43

Йөйәккәйем - илһам бирер төйәккәйем!

Белорет районының иң матур ауылдарының береһе Йөйәктә,  ҙур байрам - Ҡатай ырыуына бағышланған Хl "Иҙелбашы" этнофорумы үтте.

Белорет районының иң матур ауылдарының береһе Йөйәктә,  ҙур байрам - Ҡатай ырыуына бағышланған Хl "Иҙелбашы" этнофорумы үтте. Байрам иҫ китмәле матур ойошторолдо. Халыҡтың күплеге шатландырҙы. Ике меңдән ашыу халыҡты йыйҙыбыл байрам. Күккә олғашҡан Өкө тауы эргәһендә, Инйәр йылғаһы буйында, ҡолас етмәҫлек тирәктәр үҫкән ерҙә үтте йыйын. Ҡатай ырыуы йәштәре йыйыны һәм "Йөйәккәйем - илһам бирер төйәккәйем" исемле ҙур йыйынға ырыуҙаштар республикабыҙҙың төрлө райондарынан ағылды. Йөйәк ауылы үҙе лә бик һәләтле, билдәле кешеләргә бай. Райондың күпселек өлөшөн ҡатай ырыуы вәкилдәре тәшкил иткәнлектән ырыу йыйынына халыҡтың  күп килеүенә аптырарлыҡ та түгел инде.

 Эҫе ҡояш нурҙары ла ҡурҡытманы халыҡты. Төрлө конкурстарҙа, ярыш-бәйгеләрҙә ҡатнашыусылар күп булды. "Ҡатай батыры", "Ҡатай һылыуы", "Йәш ҡатай", "Мәргән уҡсы" бәйгеләре мауыҡтырғыс һәм дәртле барҙы.  Халыҡ иһә бәйгеләрҙә ҡатнашҡан ҡатайҙарҙы дәртләндереп, алҡышлап торҙо. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, моңло тауышлы  Йөйәк ауылы егете  Искәндәр Ғәзизовтың, ауылдың үҙешмәкәр артистарының, район ауылдарынан, ситтән килгән йырсылар, бейеүселәр сығыштарын халыҡ яратып ҡараны. Межгорье ҡалаһынан, Ғәбдөк, Асы, Инйәр, Ҡоҙғон-Әхмәр, Сермән ауылдарынан, Архангел, Балаҡатай районынан  килгән ҡунаҡтарҙың сығышы ла тамашасыға оҡшаны.

Көн оҙонона байрамды алып барған нәфис һүҙ оҫталары, үҙҙәре артистарҙан кәм булмаған Йөйәк ауылы һылыуы Әлиә Саматова, ошо ауылдан сыҡҡан тағы  бер һәләтле бөркөт Алмас Хужин, байрамға үҙҙәренең иҫ китмәле милли кейемдәре менән нур бөрккән Йөйәк, Межгорье, Ғәбдөк, Инйәр, Уҫманғәле, Бирҙеғол, Манышты, Асы һәм башҡа ауылдар  ағинәйҙәренең матур, дәртле сығыштары барыһын да хайран итте. Ә инде Йөйәк ауылы ағинәйе, Иҙелбашында билдәле милли кейемдәр, биҙәүестәр  тегеү оҫтаһы Гөлсирә Салауатова ҡунаҡтарҙы Инйәр йылғаһы буйында, байрам барған ерҙә тирмә ҡороп ҡаршы алды. Тирмәне Гөлсирә Исламетдин ҡыҙының иҫ киткес  матур ҡул эштәре биҙәй, ә ағинәйҙәр әҙерләгән табын милли аштар менән тулы, һәр ҡунаҡҡа асыҡ йөҙ, тәмле һый!  Тирмәнән тыш байрам барған урында ла ҡунаҡтарҙы һыйлар өсөн өҫтәлдәр теҙелгән. Шыжлап торған самауырҙарҙан ҡунаҡтар тәмле сәй эсте, ҡаҙандарҙа бешкән ҡайнар аштарҙан ауыҙ итте. Йөйәк ауылының  уңған  ағинәйҙәре менән берлектә ауылдың  "Инйәрем" фольклор ансамбле ағзалары ҡулға-ҡул тотоношоп, арыу-талыу белмәй көн оҙоно аш-һыу янында йүгерекләне. Бынан тыш әллә нисә тапҡыр сәхнәнән сығыш яһарға ла өлгөрҙө.

Йыйындан  матур тәьҫораттар, шул тиклем ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо менән таралыштыҡ. Эҫе һауа торошо байрамға йәм генә өҫтәне. Сылтырап аҡҡан  Инйәрҙең тулҡындары барыһын да үҙ ҡуйынына һыйындырҙы, хайран итер ғорур Өкө тауы үҙ итәгендә үҫкән балаларына ҡарап һөйөндө!  Ауылға ҡатайҙар менән  дәрт, матурлыҡ, моң ҡайтты, ауылдаштарҙың, яҡташтарҙың күҙҙәрендә  шатлыҡ осҡондары уйнаны. Йәшәһен ырыуҙар, йәшәһен ҡатай халҡы, ерҙе йәмләүсе, ауылдарҙы йәшәтеүсе халыҡ!

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: