Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Август 2022, 14:56

Ҡояш нуры һибә ағинәйҙәр!

Байрамға үҙҙәренең иҫ китмәле сағыу милли кейемдәре менән нур бөрккән Йөйәк, Межгорье, Ғәбдөк, Инйәр, Уҫманғәле, Бирҙеғол, Манышты, Асы һәм башҡа ауылдар ағинәйҙәренең ипле, матур сығыштарын ҡарап һәр кем һоҡланды. Һәр ауылдың ағинәйҙәре шул ерлеккә генә хас милли кейемдәрҙә матур сығыш яһаны.

Йөйәк ауылында ике ҙур байрам - Ҡатай ырыуы йәштәренең Хl "Иҙелбашы" этнофорумы һәм "Йөйәккәйем -илһам бирер төйәккәйем" тип аталған ырыуҙаштар, яҡташтар, ауылдаштар байрамы үтте. Йәштәр менән бергә был байрамда районыбыҙҙың ҡатай ырыуына ҡараған ауылдар ағинәйҙәренең йәмәғәт ойошмалары ла ихлас ҡатнашты. Байрамға үҙҙәренең иҫ китмәле сағыу милли кейемдәре менән нур бөрккән Йөйәк, Межгорье, Ғәбдөк, Инйәр, Уҫманғәле, Бирҙеғол, Манышты, Асы һәм башҡа ауылдар ағинәйҙәренең ипле, матур сығыштарын ҡарап һәр кем һоҡланды. Һәр ауылдың ағинәйҙәре шул ерлеккә генә хас милли кейемдәрҙә матур сығыш яһаны. Уларҙың  ҡумыҙҙа, ҡалаҡ һуғып уйнауҙары, гармун, баян моңдарына ҡушылып берсә дәртле, берсә моңло итеп йырлауҙарын кинәнеп ҡараны халыҡ. Ике байрамдың да йәме булып, ағинәйҙәр йәштәргә үрнәк күрһәтте, тәрбиә бирҙе тиһәк тә хата булмаҫ. Милли кейем үҙе үк тәрбиәгә, изгелеккә, матурлыҡҡа өндәй бит ул!  Матур кейенгән өләсәй-инәйҙәрҙе күргән бала-саға ла улар үткәндә һаулыҡ һорашып, шаярышып йөрөгән ерҙәренән туҡтап ҡалып, ололарға юл бирҙе, үҙҙәрен тәртипле тоторға тырышты. 
Районда ғына түгел, республикала милли кейем өлгөләрен, биҙәүестәрен пропагандалаған  Йөйәк ауылы ағинәйе Гөлсирә Салауатова ҡунаҡтарҙы Инйәр йылғаһы буйында, байрам барған ерҙә үҙ тирмәһен ҡороп ҡаршы алды. Тирмәне Гөлсирә Исламетдин ҡыҙының иҫ киткес матур ҡул эштәре биҙәй, ә ағинәйҙәр әҙерләгән табын милли аштар менән тулы, һәр ҡунаҡҡа асыҡ йөҙ, тәмле һый! Ағинәйҙәр арыу-талыу белмәй көн оҙоно аш-һыу янында йүгерекләне, ситтән килгән ағинәйҙәргә, ҡунаҡтарға ҡунаҡсыллыҡ күрһәтте. 
Ҡатай йыйынына килгән "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева,  "Урал" гәзитенең баш мөхәррире Сатура Жәүәт ҡыҙы Минһажитдинова йәмле Инйәр йылғаһы буйында "Ағинәйҙәрҙең йәш быуынды тәрбиәләүҙәге ҙур роле" темаһына әңгәмә үткәрҙе. Межгорье ағинәйҙәре Гөлсирә Исламетдин ҡыҙына үҙҙәренең ойошмалары исеменән бүләк тапшырҙы. Ағинәйҙәр бер-береһе менән фекер алышты, иҫтәлеккә бергәләп фото төштө.
Йыйындың икенсе өлөшөндә Гөлсирә Салауатова ағинәйҙәргә үҙенең башҡорт өйөн күрһәтте. Унда үҙе теккән милли кейем өлгөләре, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүес әйберҙәре, хәситә, яға-түшелдеректәр, селтәр, таҡыя, ҡатай ырыуы ҡатын-ҡыҙҙарының һаҡалы, ҡашмау, сарыҡ, балаҫтар, сергетыш, кеҫә телефондарын һалып йөрөргә уңайлы сумкалар, башҡорт милли кейемендәге ҡурсаҡтар, яңы мода талаптарына ярашлы итеп тегелгән янсыҡ-кисеттәр һәм башҡа һанап бөткөһөҙ әйберҙәр урынлаштырылған. Гөлсирә Исламетдин ҡыҙы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының иң боронғо баш кейемен кәләпүш тә теккән. Был ҙур һәм ауыр эш айҙан ашыу ваҡыт талап иткән. Күҙҙең яуын алып торған кәләпүш бик матур килеп сыҡҡан. Ағинәйҙәр Гөлсирә Салауат ҡыҙының эштәренә хайран ҡалып, уға һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләне. 

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: