Оператив-тикшереү төркөмө хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ ваҡиға урынына –ҡала пляжына юллана. Егетдуҫыменән яр буйында ял итепйөрөүен, көнэҫеторғанлыҡтанһыуинергәҡараритеүҙәретураһындаһөйләй. Һыуҙан сыҡҡас егеттәр ял итергә эскәмйәгә ултыра. Эргәләрендә гитара уйнап, йырлап, алкоголле эсемлектәр эсеп, йәштәр компанияһы ултыра. Бераҙхәлалғас, егеттәрйәнәһыуғатөшә. Һыуинепсығыуҙарына улар ултырғанэскәмйәлә гитарист ултырғанлыҡтан,ситкәкитәләр. Шулваҡыттаегет телефоны юҡлығынбелепҡала. Гаджеттыүҙаллыэҙләүһөҙөмтәбирмәй.
Зыян күреүсенең телефонын табырға видеокамераларҙағы яҙма ярҙам итә. Видеонан күренеүенсә, егеттәр икенсе тапҡырға һыу инергә төшкәс, эскәмйәгә гитарасы барып ултыра һәм телефонды алып, кейеме эсенә йәшерә.
Ҡыҙыу эҙҙәр буйынса урлашыусының шәхесе асыҡлана. Ул быға тиклем яуаплылыҡҡа тарттырылған 34 йәшлек урындағы кеше булып сыға. Ир полиция бүлегенә килтерелә, ғәйебен танып, урлаған әйберҙе полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшыра.
Иргә ҡарата Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексының “Урлашыу” статьяһына ярашлы енәйәт эше асылған.
Инна Шунина, Белорет районы буйынса эске эштәр бүлеге тәфтишсеһе, юстиция кесе лейтенанты.