Әлеге ваҡытта 173 пациент, шул иҫәптән 60 йәште уҙған 121 кеше стационарҙа дауалана, 12-һенең хәле ауыр, берәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Ә 1298 кеше амбулатор шарттараҙ дауалана, уларҙың389-ы – оло йәштәгеләр.
Уҙған тәүлектә 214 кеше сирҙе еңгән, коронавирустан үлем осраҡтары теркәлмәгән.
Һуңғы тәүлектә 11кешелә дауахананан тыш пневмония асыҡланған, 18 яҡташыбыҙ пневмониянан һауыҡҡан.
Башҡортостанда уҙған тәүлектә 15 421 кеше прививка яһатҡан. Республикала бөтәһе 3 138 391 кеше (126,3%) коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын алған, 2 880 383 кеше (116%) уны тулыһынса тамамлаған.
Ә 785 763 кеше иһә прививканы ҡабаттан эшләткән.