Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Август , 16:59

Ул - һөнәрҙе, һөнәр уны ҙурланы

Бөрйән ҡыҙы Гөлнара Фаил ҡыҙы Мөхәмәтғәлина үҙ һөнәренең бөтә нескәлектәренә төшөнөп, камиллаштырып, йәне-тәне менән бирелеп эшләгән, ғүмер буйына уға тоғро ҡалып, ябай эшсенән директорға тиклем үрләгән алдынғы ҡарашлы етәкселәрҙең береһе ул.

Ул - һөнәрҙе, һөнәр уны ҙурланы
Ул - һөнәрҙе, һөнәр уны ҙурланы

Өфө полиграфия училищеһын тамамлағандан һуң, Белорет типографияһына эшкә урынлаша. Хеҙмәт юлын линотип машинаһында хәреф йыйыусы, һуңынан версткалаусы булып башлай. Ситтән тороп Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт университетын да уңышлы тамамлай. Йәш, энергияһы ташып торған хеҙмәткәрҙе бригадир, технолог итеп үрләтәләр. Уның тырышлығын, эш буйынса дѳрѳҫ ҡарарҙар ҡабул итә белеүен күреп, Белорет матбуғат йорто директоры вазифаһын йѳкмәтәләр. Ә инде 2016 йылдан алып Гѳлнара Фаил ҡыҙы үтә яуаплы эшкә, Башҡортостан Республикаһы "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы - Белорет мәғлүмәт үҙәге директоры итеп тәғәйенләнә.

Мәғлүмәт үҙәгендә район баҫмалары - "Урал", "Белорецкий рабочий"ҙан тыш, Учалы, Бөрйән, Межгорье, Әбйәлил гәзиттәре лә баҫыла, төҫлө, матур тышлы китаптар, буклеттар, открыткалар, блокноттар эшләнә. Ҡала предприятиелары, учреждениеларына эш бланкылары ла ошонда баҫыла. Ғөмүмән, эшлекле, алдынғы ҡарашлы етәксе үҙ эшенә мөкиббән бирелгән коллектив туплауға ирешкән. 35 йыл ғүмерен яратҡан һөнәренә, полиграфияға арнаған ханымдың үҙ эшенең оҫтаһы булыуы тураһында бихисап наградалары һөйләй. Рәсәй, Башҡортостан кимәлендәге Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән етәксебеҙгә ошо көндәрҙә "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре"исеме бирелде. Беҙ уны ошо юғары награда менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм артабан да юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеүен теләйбеҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Наил ШАКИРОВ фотоһы.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас в