Республика табиптар профсоюзы рәйесе Рауил Хәлфин һүҙҙәренсә, хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы 2019 йылдан арттырылмаған. Әле ашығыс ярҙам дауаханаларында йыйыштырыусыларҙың оклады – 4 122 һум, водителдәрҙең – 771 һум. Сағыштырыу өсөн: Татарстанда шоферҙарҙың килеменең гарантияланған өлөшө – 14 893 һум, Силәбе өлкәһендә – 11 868 һум.
«Дөйөм алғанда, эш хаҡы Волга буйы федераль округына ҡарағанда яҡшыраҡ та. Әммә хеҙмәт хаҡының структураһы, оклад өлөшө, аҙыраҡ. Эш хаҡының күрһәткестәре дәртләндереүсе түләүҙәр иҫәбенә өлгәшелә. Шуға күрә окладтарҙы арттырыу тәҡдиме менән сыҡтыҡ та инде. Мәҫәлән, стаж өсөн өҫтәмәһе булмаған йәш водителдәргә эш хаҡының рәсми өлөшөнөң кимәле ҙур роль уйнай», – тип иҫәпләй Рауил Хәлфин.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ла эшкә ҡушылды. Ведомство белгестәре бөтә иҫәп-хисапты башҡарырға тейеш. Шунан һуң был мәсьәлә хөкүмәт кимәлендә тикшерелә.