Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Сентябрь , 11:23

Гараж урлаусы тотолған

Май айында район буйынса эске эштәр бүлегенә 41 йәшлек ҡатын ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Ғариза яҙыусы ҡаланың Тәрән үҙән урамындағы бер ҡатлы күп фатирлы йортта торлағы барлығын, үҙе унда йәшәмәһә лә, даими рәүештә барып тикшереп ҡайтыуын һөйләй.

Гараж урлаусы тотолған
Гараж урлаусы тотолған

 Йорт ихатаһында ҡатындың иҫке әйберҙәре һаҡланған тимер гаражы ла була. Сираттағы килеүендә ханым гараждағы бөтөн монаяттың ихатала тороуын, ә гараждың юҡҡа сығыуын күрә.

Шәхси секторҙағы ваҡиға урынына тиҙ арала тәфтиш-оператив төркөм юллана. Күршеләрҙән һорашҡандан һуң, полиция хеҙмәткәрҙәре гараждың юғалыуына ошо уҡ йортта йәшәгән 48 йәшлек ирҙең ҡыҫылышы булыуын билдәләй.

Асыҡланыуынса, ир кешегә спиртлы эсемлектәр алыр өсөн аҡса кәрәк була. Быға тиклем дә законға бәйле проблемалары булған әҙәм күршеһенең гаражын бысып металл тапшырыу пунктына илтергә ҡарар итә. Бер нисә сәғәт эсендә енәйәтсе болгарка ярҙамында 3х5 метр үлсәмле гаражды металл өйөмөнә әйләндерә. Шулай итеп, 15 мең һумға торошло бокс киҫәктәргә ҡырҡылғандан һуң ике тапҡырға осһоҙая. Металл тапшырып алған килемен ул үҙ файҙаһына тотона.

Зыян ҡылыусыға ҡарата Енәйәт Кодексының “Уғрылыҡ” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Әлеге мәлдә тәфтиш эше тамамланып, материалдар судҡа тапшырылған.

Гүзәл ДРОНОВА,

район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Фото:panoramapro.ru

Автор:
Читайте нас в