Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Сентябрь 2022, 11:08

Иғтибар: кеше юғалды!

Район буйынса эске эштәр бүлеге 03.02.1994 йылда Ульяновск өлкәһе, Мәләкәс ҡалаһында тыуған, Белорет ҡалаһы, Пушкин урамы, 40 адресы буйынса йәшәгән Борис Хәсән улы Мөхәмәтовты эҙләй. Ир кеше 2022 йылдың 18 авгусында Николаевка ауылы янындағы урманға емеш йыйырға юллана һәм әйләнеп ҡайтмай.

Иғтибар: кеше юғалды!
Иғтибар: кеше юғалды!

Уның билдәләре: төҫкә 78 йәштәр самаһы, буйы 170-175 см, ҡаҡса кәүҙәле, ҡыҫҡа итеп ҡырҡылған сал сәсле, ҡара-ҡуңыр күҙле; аҫҡы һәм өҫкө яңағында яһалма стоматологик протездар бар.

Өҫтөнә һоро төҫтәге материянан тегелгән фуражка, ҡараһыу-йәшел төҫтәге камуфляжлы костюм (төҫө уңған), күк төҫтәге шаҡмаҡлы фланель күлдәк, аҡ табанлы ҡара кроссовкалар кейгән.

Үҙе менән йәшел (хаки) төҫтәге брезент артмаҡ (төҫө уңған) алған; уның эсендә 10 литрлыҡ аҡ төҫтәге пластик биҙрә, һоро сепрәк сумка, ҙур булмаған кеҫә фонары, бәләкәй балта, “Корона” маркалы ике ҡап тәмәке, ҡабыҙғыс һәм шырпы. Ҡулында ҡара ҡайышлы һары металдан электрон сәғәт.

Борис Мөхәмәтов тураһында ниндәйҙер мәғлүмәткә эйә булһағыҙ, мотлаҡ рәүештә Белорет ҡалаһы, Точисский урамы, 6 адресы буйынса урынлашҡан Полиция бүлегенә йә 102, (34792) 3-24-02, 3-33-02, 8-999-741-87-50 телефон һандары буйынса хәбәр итегеҙ.

Гүзәл ДРОНОВА,

район буйынса эске эштәр бүлеге.

Автор:
Читайте нас в