Бындай билдәле мутлашыу схемаһы тураһында хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың гел иҫкәртеп тороуына ҡарамаҫтан, егет таныш булмаған кешегә ышана. Һөҙөмтәлә, зыян күреүсе 14 мең һумға яҡын аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға.
Ошондай уҡ алдыҡ арҡаһында 36 йәшлек ҡатын да ярайһы уҡ ҙур сумманы - 90 мең һум аҡсаны ялған банк хеҙмәткәренең иҫәбенә күсерә.
Әлеге мутлашыу факттары йәһәтенән енәйәт эштәре ҡуҙғатылған. Полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан енәйәт ҡылыусыларҙың шәхесен асыҡлау буйынса оператив-эҙләү саралары ойошторолған.
Үҙ сиратында, тәртип һағында тороусылар граждандарға уяу булырға, шикле әҙәмдәр менән аралашмаҫҡа һәм был мутлыҡ тураһында яҡын кешеләрен иҫкәртергә өндәй.
Гүзәл ДРОНОВА,
район буйынса эске эштәр бүлеге.
Фото: discover24.ru