Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2022, 16:39

Ауылдаштарға ышанысыбыҙ ҙур

Белорет районының Абҙаҡ ауыл Советына депутаттар һайлана. 1307-се һайлау участкаһы Яңы Абҙаҡ ауылының тимер юл станцияһы вокзалында урынлашҡан. Бында ла 11 сентябрь - һайлау кѳнѳнә әҙерҙәр. Комиссияла һайлау кампанияларында оҙаҡ йылдар ҡатнашҡан һәм һайлау талаптарын яҡшы белгән кешеләр эшләй.

Сатура Мингажитдинова
Фото:Сатура Мингажитдинова

1307-се һайлау участкаһы Яңы Абҙаҡ ауылының тимер юл станцияһы вокзалында урынлашҡан. Бында ла 11 сентябрь - һайлау кѳнѳнә әҙерҙәр. Комиссияла һайлау кампанияларында оҙаҡ йылдар ҡатнашҡан һәм һайлау талаптарын яҡшы белгән кешеләр эшләй. Һайлау комиссияһы рәйесе Ғәлимә Черникова, урынбаҫары Әлиә Ғүмәрова, секретары Әлфиә Вәлиева һәм Гѳлнур Абдрахманова беҙ килгәндә эш урынында һайлаусыларҙың исемлектәрен барлау менән шѳғѳлләнә ине.

- Беҙҙең төп бурыс - кандидаттар, тауыш биреү датаһы, урыны һәм ваҡыты тураһындағы тулы мәғлүмәтте һәр бер һайлаусыға еткереү, ойоштороу, бөтә шарттарҙы ла булдырыу һәм 11 сентябрҙә һайлау участкаһында ҡаршы алыу,  
ти Ғәлимә Хызыр ҡыҙы.
- Һорауҙар килеп тыуған ваҡытта комиссия ағзалары һәр ваҡыт аңлатып, тулы яуап бирергә әҙер. Һайлау тыныс, асыҡ һәм ғәҙел үтһен ѳсѳн тырышабыҙ. Һайлаусыларҙың һәр береһен яҡындан беләбеҙ. Алдан тауыш биреү хоҡуғын файҙаланып, бер нисә студент, вахта ысулы менән эшләгәндәр үҙ кандидаттары ѳсѳн тауыш бирҙе лә инде.

Эйе, был комиссияла ла һайлауҙарҙа оҙаҡ йылдар эшләгән кешеләр тупланған. Әлфиә Бәхти ҡыҙы 1976 йылда тимер юлы вокзалына эшкә килә һәм 1978 йылда һайлауҙарҙа ҡатнаша башлай. Иң алдан агитатор булып йѳрѳй. 1985 йылда һайлау комиссияһы ағзаһы булып китә һәм бына 37 йыл инде бер һайлау кампанияһы ла уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй.

- Халыҡтың тауыш бирергә килеренә ѳмѳт ҙур, һәр бер һайлаусының ѳйѳнә барып саҡырыу ҡағыҙҙары ла тапшырҙыҡ, инвалидтар, һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикле булғандарға комиссия ағзалары өйҙәренә бара,
ти Әлфиә Вәлиева.
Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас в