Комиссия ағзалары 11 сентябрь - һайлау кѳнѳндә мѳхәмәттәрҙең берҙәм генә килеп тауыш биреренә ышана. Һайлау комиссияһы рәйесе Зѳбәйлә Хәлилова, урынбаҫары Резеда Бәҙретдинова, секретары Гѳлниса Мансурова һәм Хәдисә Низамова һорауҙар менән килгәндәрҙе асыҡ йѳҙ менән ҡаршылай.
Эйе, Резеда Ҡотлобай ҡыҙы, Гѳлниса Бәхти ҡыҙы, Хәдисә Әхәт ҡыҙы 1997 йылдан алып һайлауҙарҙа ҡатнаша.
Һайлау кѳнѳндә килә алмағандар өсөн алдан тауыш биреү ойошторолған. Бындай хоҡуҡ менән файҙаланғандар ҙа бар.
Абҙаҡ ауыл хакимиәте биләмәһендә урынлашҡан бар участоктарҙа санитар-эпидемиологик хәүефһеҙлекте күҙәтеү маҡсатында участка комиссиялары ағзаларына һәм һайлаусыларға шәхси һаҡланыу саралары бирелә.
11 сентябрь - һайлау кѳнѳндә һайлаусылар үҙ гражданлыҡ бурысын намыҫлы үтәр, ауыл, район, ҡала халҡы ѳсѳн терәк булырҙай, депутат булып эшләрҙәй кешеләргә үҙ тауышын бирер тип ышанғы килә.