Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Сентябрь 2022, 16:20

"Әлегә ковидҡа ҡаршы сикләүҙәрҙе көсәйтеү талап ителмәй"

Башҡортостанда COVID-19 буйынса эпидемиологик хәл сағыштырмаса тотороҡло. Әлегә ковидҡа ҡаршы сараларҙы көсәйтеү талап ителмәй, тип белдерҙе Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы вәкиле Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә.

"Әлегә ковидҡа ҡаршы сикләүҙәрҙе көсәйтеү талап ителмәй"
"Әлегә ковидҡа ҡаршы сикләүҙәрҙе көсәйтеү талап ителмәй"

Ләкин ведомствола йәш сабыйҙар һәм оло йәштәгеләр араһында сирлеләрҙең артыуын билдәләйҙәр.

«Беҙҙә бер йәшкәсә балалар араһында ауырыуҙар арта, 198 күрһәткес. 65 йәштән өлкәндәр – 122, 50-64 йәштәгеләр – 99 сирле», – тип билдәләне белгес.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бер аҙнала коронавирус инфекцияһы менән сирләү кимәле 10% артҡан. Ә уҙған 7 көндә күрһәткес 32% тәшкил иткән. ОРВИ менән ауырыусылар 21% артҡан (24 мең осраҡ).

Республика һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин һүҙҙәренсә, вакцинация миҙгел сирҙәрен иҫкәртеүҙең берҙән-бер һөҙөмтәле ысулы булып тора.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 2 990 061 кеше коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның ике компонентын да алған. 257 631 кеше гриптан прививка яһатҡан. Был иһә пландың 11%.

Республика етәксеһе предприятиелар менән эште көсәйтергә ҡушты. Быйыл эш биреүсе иҫәбенә гриптан вакцина алған хеҙмәткәрҙәр һанын арттырыу планлаштырыла.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас в