Башҡортостанда был культураның уңышы һәйбәт, гектарынан 12,9 центнер тәшкил итә, тип хәбәр итә республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Башҡортостан – әлеге культураны үҫтереү буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбендә. Алтай крайы, Курск, Воронеж һәм Орел өлкәләре менән бер рәттән, тулайым йыйымдың яҡынса 75% беҙҙең республикаға тура килә. Ауыл хужалығы культураһы илдең 49 субъектында үҫтерелә.
Башҡортостанда ҡарабойҙай майҙандарының 45% ашыуы һуғылған, тулайым һуғып алыу 42,5 мең тонна тәшкил иткән. Ҡарабойҙайҙы тулайым йыйыу буйынса Илеш, Кушнаренко, Балтас райондары алдынғылыҡты бирмәй.
Фото: exp.idk.ru