Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Сентябрь 2022, 16:20

Ололарҙы хѳрмәтләп

Был байрам бөгөн бик мөһим, сөнки оло йәштәге коллегаларыбыҙ хаҡлы ялда булһалар ҙа һәр ваҡыт беҙгә ярҙам күрһәтергә әҙер.

Сатура Мингажитдинова
Фото:Сатура Мингажитдинова

Бѳгѳн район хакимиәтендә Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө менән лайыҡлы хеҙмәт юлы үткән хеҙмәт ветерандарына Рәхмәт хаттары, бүләктәр тапшырҙылар. Район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта тантаналы сараға йыйылғандарҙың барыһына ла изге теләктәрен еткерҙе:

- Был кѳн - оло йәштәге кешеләрҙе ихтирам итеү, уларҙың хеҙмәттәрен таныу һәм рәхмәт белдереүҙең һәм өлкән быуынға ихтирам күрһәтеүҙең айырым көнө. Был байрам бөгөн бик мөһим, сөнки оло йәштәге коллегаларыбыҙ хаҡлы ялда булһалар ҙа һәр ваҡыт беҙгә ярҙам күрһәтергә әҙер. Улар беҙгә йәш быуынды тәрбиәләүҙә, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашып үрнәк күрһәтә, хәҙерге заман йәмғиәтендәге күп һанлы проблемалар буйынса ла аҡыллы кәңәштәрен бирә. Үҙҙәренең оптимист булыуҙары, тѳрлѳ сараларҙа әүҙем ҡатнашыуҙары менән дә һәр саҡ беҙҙән алда баралар. Оҙаҡ йылдар район халҡы мәнфәғәтенә эшләгәнегеҙ, район-ҡалабыҙҙың алға китеүенә ѳлѳш индергәнегеҙ һәм йәш быуынды тәрбиәләүҙәге хеҙмәттәрегеҙҙе баһалайбыҙ һәм бик рәхмәтлебеҙ, һеҙгә, коллегаларым,
тине.

Хеҙмәт ветерандары араһынан оҙаҡ йылдар район хакимиәтенең тѳрлѳ бүлектәренә етәкселек иткән Зәлифә Әғләмова, Шамил Уразаев, Камил Хѳбѳтдинов сығыш яһаны, хакимиәт башлығы Андрей Ивановичҡа ололарға булған иғтибары ѳсѳн рәхмәт белдерҙе.  

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: