+15 °С
Облачно


Әлеге ваҡытта республикала 271 пациент, шул иҫәптән 60 йәштән өлкән 190 кеше стационарҙа дауалана. 10 пациент ауыр хәлдә, ике пациент үпкәне яһалма елләтеү аппаратында. Ә 4 522 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана, уларҙың 1 357-һе – оло йәштәгеләр.
Уҙған тәүлектә 726 кеше һауыҡҡан. Бер пациент вафат булған.
Башҡортостанда 3 322 077 кеше коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын алған (133,7%), 3 109 383 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған (125,1% ).