Яңылыҡтар
5 Октября 2022, 13:02

COVID-19 йоҡтороу осраҡтары кәмей

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороу осраҡтары яйлап кәмей. 

COVID-19 йоҡтороу осраҡтары кәмейCOVID-19 йоҡтороу осраҡтары кәмей
COVID-19 йоҡтороу осраҡтары кәмей

 Уҙған тәүлектә Башҡортостанда 623 сирле теркәлгән, 740 кеше һауығып сыҡҡан, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Пандемия башланғандан алып республикала бөтәһе 321,9 мең самаһы кеше ауырыған.

«Хәҙерге ваҡытта 239 кеше стационарҙа дауалана, күпселеге — оло йәштәгеләр. Әле 4,4 меңдән ашыу пациент амбулатор шарттарҙа дауалана. Уларҙың 1,3 меңдән ашыуы 60 йәште уҙған», — тип белдерҙеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.

Респбликала халыҡҡа прививка яһауға килгәндә, бөгөнгә 3,119 миллион самаһы кеше вакцинаның ике компонентын алған.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас