Фәһемле дәрестә илебеҙ буйлап сәйәхәт иттек, арҙаҡлы шәхестәрен барланыҡ, ете мөғжизәһен иҫкә төшөрҙөк, дәүләт символдарына туҡталдыҡ. Викторина һорауҙары буйынса ярышта ла бер кем һынатманы.
Дәрес аҙағында Украинала барған махсус операция тураһында әңгәмәләшеп, уҡыусыларҙың ошо тема буйынса бик тәрән фекер йөрөтөүҙәренә, йәш быуындың патриотик рухына инандым. Аяҡ үрә баҫып ғорурлыҡ менән “Шайморатов генерал” йырын башҡарыуыбыҙ иһә сараның иң тулҡынландырғыс мәле булғандыр...
Тәм-том менән сәй эсеп, ир-егеттәребеҙҙең имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп, йәнә осрашырға һүҙ ҡуйыштыҡ. Алтынсыларҙың класс етәксеһе Хәтижә Бәхтей ҡыҙы Ғайсинаға ҙур рәхмәтемде белдерәм.
Гөлниса МАНСУРОВА,
Мөхәмәт ауыл клубы мөдире.