

6 октябрҙә “Йәйғор” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре ҡатнашлығында “Шиғри һүҙем һиңә, Ватаным!” исемле шиғриәт сәғәте уҙҙы. Сарала шиғырҙар, милли музыка ҡоралы - ҡурай, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады арҡылы Башҡортостандың мәҙәниәте, тарихи үткәне данланды, Ватанға ҡарата илһөйәрлек, һөйөү тойғолары тәрбиәләнде.
Мостай Кәримдең “Ҡайын япрағы тураһында” шиғырын, Башҡортостан Республикаһы гимнын балалар онотолоп тыңланы. Дәүләт флагы, гербы, гимндың мәғәнәһе тураһында мәғлүмәттәр, мөстәҡиллек тарихы шулай уҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Кескәйҙәр флагтың тик тантаналы байрам саралары ваҡытында күтәрелеүен, шул мәлдә Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының гимдары яңғырауын, флаг төҫтәренең ниндәй мәғәнәгә эйә булыуын белде. Китапханасы зәңгәр төҫ - республикала йәшәүсе халыҡтарҙың аңлайышлы, изге һәм саф ниәттәрен, аҡ - тыныслыҡ һөйөүҙе, асыҡлыҡты, үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуҙы, йәшел - азатлыҡты, тормоштоң мәңгелеген кәүҙәләндереүен; ҡурай сәскәһе - дуҫлыҡты, уның ете тажы Башҡортостан Республикаһы территорияһында йәшәгән халыҡтарҙың берләшеүенә башланғыс һалған ете ырыуҙы символлаштырыуын аңлатты.
Балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Инзира Йылҡыбаева ҡыҙ-малайҙарҙы башҡорт халҡының боронғо музыка ҡоралы, рухи матурлыҡ символы - ҡурай менән таныштырҙы. Балалар уның ҡырлы ҡурай тигән үләндән яһалыуын, халҡыбыҙҙың быуаттар артылған милли музыка ҡоралы булыуын белде. Ҡурайҙы ентекле өйрәнгәндән һуң, музыка уҡытыусыһы Ыласын Мәғәфүров ҡурайҙа уйнап ишеттерҙе.
Сараға балалар ҙа буш ҡул менән килмәне - ҡыҙҙар Ватан тураһында матур шиғырҙар һөйләне, мәҡәлдәр әйтте. Осрашыу һуңында ҡунаҡтар “Тыуған көнөң менән, республикам!” тигән китаптар күргәҙмәһе менән танышты.
Ольга ҒӘЛИУЛЛИНА,
Шығай ауыл “Тамъян” модель китапханаһы.