Яңылыҡтар
13 Октября 2022, 09:08

Төбәктә пилотһыҙ дрондар өсөн һынау режимы буласаҡ

Башҡортостан биләмәһендә 2023 йылда пилотһыҙ дрондар өсөн эксперимент хоҡуҡ режимы (ЭПР) булдырыласаҡ. Бының турала РФ Иҡтисади үҫеш министрлығына һылтанма менән төбәктең премьер-министры андрей Назаров хәбәр итте.

Төбәктә пилотһыҙ дрондар өсөн һынау режимы буласаҡТөбәктә пилотһыҙ дрондар өсөн һынау режимы буласаҡ
Төбәктә пилотһыҙ дрондар өсөн һынау режимы буласаҡ

ЭПР буйынса дрондар йөк ташыуға, ауыл хужалығы ҡоротҡостарына, урманды законһыҙ ҡырҡыуға һәм янғындарға ҡаршы көрәштә, авиахимик бурыстарҙы үтәүҙә ҡулланыласаҡ. Андрей Назаров белдереүенсә, тап шуның менән Башҡортостан ошо режим булдырылған төбәктәрҙән айырылып тора.

«Төп бурыс — ауырлығы 30 кг-нан ашҡан пилотһыҙ авиасистемаларҙы ҡулланыуҙы сикләүҙе сисеү. Был ҡарар иҡтисади яҡтан бик отошло. Беҙ республиканың алыҫ төбәктәре менән миҙгелгә ҡарамайынса бәйләнештә була аласаҡбыҙ», — тине БР премьер-министры.

Башҡортостанда ЭПР өс йыл ваҡытҡа индереләсәк.

Фото: russian.rt.com

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас