Тәфтиш-оператив төркөм күрһәтелгән адрес буйынса тикшереү эштәрен уҙғара. Оператив-эҙләү саралары барышында уғрыларҙың шәхесе билдәләнә.
Һөҙөмтәлә, 19-22 йәшлек дүрт егет күрһәтмә биреү өсөн полиция бүлегенә килтерелә. Йәш кешеләр шунда уҡ үҙ ғәйептәрен таный. Дуҫтар әйтеүенсә, улар металл йыйып, тапшырып, шуның аҡсаһына көн күргән. Бер апрель кисендә егеттәр телевизион вышка территорияһында үҙҙәренә табыш эҙләгән. Тик ниндәйҙер йүнһеҙе уларҙан алда люк ҡапҡастарын урлап өлгөргән. Буш ҡул менән ҡайтырға теләмәгән дуҫтар ҡоҙоҡтоң суйын ауыҙҙарын булһа ла сәлдерергә була. Лом ярҙамында бетон нығытмаларҙы онтап, өс ҡоҙоҡтоң деталдәрен соҡоп сығаралар. Икенсе көнөнә кире әйләнеп килеп, кувалда менән металды ваҡ өлөштәргә бүлгеләйҙәр һәм 1500 һумға металл ҡабул итеү пунктына тапшыралар. Был урлыҡ арҡаһында ойошма 30 000 һумдан ашыу зыян күрә.
Дуҫтарҙың барыһының да быға тиклем закон менән проблемалары булған. Хәҙер улар урлашыу факты буйынса йәнә енәйәт эше фигуранттары.
Әлеге мәлдә енәйәт эшен тикшереү тамамланған. Материалдар суд ҡарамағына тапшырылған.
Гүзәл ДРОНОВА,
район эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.
Фото: rus.ventasbalss.lv