Яңылыҡтар
14 Октября 2022, 07:15

"Хәтирә"нең тѳп маҡсаты - милли мираҫты һаҡлау

Сермән күп тармаҡлы ауыл клубының "Хәтирә" халыҡ фольклор ансамбле үҙенең 35 йыллыҡ юбилейын билдәләне. "Хәтирә" 1987 йылда тѳҙѳлгән бай тарихлы ансамбль.

Ул ваҡытта ансамблгә музыка мәктәбе директоры булып эшләгән Әлфиә Иҙиәтуллина етәкселек итә. Әлфиә Миҙхәт ҡыҙы ансамблгә 22 йыл ғүмерен арнай. Унан һуң ансамбль Клара Миһранова ҡулына күсә, әлеге ваҡытта "Хәтирә" ансамбленә Динара Иҫәнбаева етәкселек итә. Һәр етәксе "Хәтирә"гә яңы йырҙар, таҡмаҡтар бейеүҙәр индерә, ансамблде үҫтерә. 
Тәүге йылдарҙан уҡ "Хәтирә"гә һәләтле, кѳслѳ апай-инәйҙәр йыйыла. Тѳрлѳ һѳнәргә эйә булһалар ҙа, йыр-моңға, бейеүгә булған һѳйѳү уларҙы бергә туплай.  Сығыштары ла бик үҙенсәлекле - йыр, бейеү, таҡмаҡтары Сермән ауылы ололары яратып башҡарған, элек-электән бер-береһенә тапшырылып килгән ҡомартҡыларҙан тора. Унан тыш телгә маһир хәтирәләр үҙҙәре лә таҡмаҡ сығарыуға, онотолоп барған йырҙарҙы тергеҙергә оҫта булалар. 45 йылдан ашыу ғүмерен мәҙәниәткә арнаған Венера Бикбаева "Хәтирә" ансамбле тѳҙѳлгәндән алып уның алыштырғыһыҙ баянсыһы. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, "Хәтирә"нең бер сығышы ла баян телдәрен моңландырып уйнаған дәртле, талантлы Венера Мәхмүт ҡыҙынан тыш үтмәй. 
Район ауылдары сәхнәләрендә ихлас сығыш яһаған ансамблде тѳрлѳ район мәҙәниәт бүлектәре үҙҙәренең сараларына саҡыра башлай. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы тарафынан үткәрелгән конкурстарҙа актив ҡатнашҡан коллективтың даны республика кимәленә тиклем күтәрелә һәм Ѳфѳлә бер нисә тапҡыр сығыш яһағандан һуң, 1997 йылда "Хәтирә" ансамбле Францияның баш ҡалаһы Парижда үткән халыҡ-ара фестивалгә саҡырыу ала. Бѳтѳн донъя мәҙәниәт йортоноң администрация директоры Француаза Грюниҙың саҡырыу ҡағыҙын алғас, коллективты алыҫ сәфәргә әҙерләй башлайҙар. Улар менән бер тѳркѳмдә мәшһүр йырсы Абдулла Солтанов, ҡурайсы, музыкант, йырсы Рәсүл Ҡарабулатов, данлыҡлы ҡурайсы Мѳхәмәт Түләбаев, Учалының данлыҡлы "Ләйсән" ансамбле солисткаһы Фәриҙә Ҡәләмова бара.  
"Хәтирә"ләр башҡорт халыҡ йырҙары, таҡмаҡтар, дүрт тѳрлѳ уйын, Сермәндә сыҡҡан, кадрилгә тартым "Айғыра" боронғо бейеүе менән сығыш яһап, француз тамашасыһының һѳйѳүен яулап ҡайталар. 
Әлеге ваҡытта  "Хәтирә" ансамбле составы ѳсѳнсѳгә алышынып, үҙҙәренең репертуарын тағы ла сағыуыраҡ, байыраҡ та итте.  35 йыл дауамында халыҡ алдында  сығыш яһаған коллективтың сафтары алышыныуына бер ҙә ғәжәп итерлек түгел. Апай-инәйҙәр олоғайып үҙ урындарын ҡыҙҙарына, ейәнсәрҙәренә тапшырҙы, әммә "Хәтирә"не һаҡлап ҡалыуға иреште.
"Хәтирә" халыҡ фольклор ансамблен юбилейы менән ҡотларға районыбыҙың Асы, Үткәл, Ҡаһарман, Сосновка, Инйәр халыҡ фольклор ансамблдәре, етәкселәр, райондаштары, дуҫтары, ауылдаштары йыйылды. Юбилярҙар адресына сикһеҙ күп йылы һүҙҙәр яңғыраны, изге теләктәр, бүләктәр тапшырылды, алҡыштар залдан һуң сәй табыны янында ла әйтелде. "Хәтирә" халыҡ фольклор ансамбле халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын, онотола барған йыр-моңон артабан да йәш быуынға, халҡыбыҙға еткерһен, уны тергеҙеү һәм тыуған төбәккә генә хас өлгөләрен милләттәштәребеҙгә ҡайтанан күрһәтеү ѳҫтѳндә күп йылдар эшләһен тип юрайыҡ. Милли мираҫыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу - "Хәтирә"нең төп маҡсаттарының береһе булып ҡалһын. 

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас