Яңылыҡтар
16 Октября 2022, 04:15

Водителдәр, һеҙҙең иғтибарға!

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан белдереүҙәренсә, ял көндәрендә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә:­ ямғыр, төндә ҡар ҡатыш ямғыр.

Водителдәр, һеҙҙең иғтибарға!Водителдәр, һеҙҙең иғтибарға!
Водителдәр, һеҙҙең иғтибарға!

Юлдарҙың айырым участкаларында томан, күреүсәнлек һәләте 500 метр һәм унан да насарыраҡ була.

Юл хеҙмәттәре юлда бик һаҡ булырға, тиҙлек режимын, арауыҡты һаҡларға, тәртипһеҙ рәүештә икенсе һыҙаттарға сығыуҙан тыйылырға, ҡапыл туҡтамаҫҡа (тормозға баҫмаҫҡа) кәңәш итә.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыу телефоны – 112. Башҡортостан Юл хужалығы идаралығының тәүлек әйләнәһенә эшләгән диспетчер хеҙмәте телефоны: 8-927-955-11-00.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас