

Үҙәк һәм Көньяҡ федераль округтарҙың башҡа субъекттарында юғары әҙерлек кимәле һаҡланасаҡ.
Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә, шул иҫәптән Башҡортостанда, базалы әҙерлек кимәле индерелде. Был төбәктәрҙең етәкселәренә түбәндәге вәкәләттәр бирелде:
- халыҡты һәм биләмәне тәбиғи һәм техноген ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау сараларын уҙғарыу;
- ғәскәрҙәрҙең һәм халыҡтың бар кәрәк-ярағын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында саралар уҙғарыу;
- транспорт, коммуникациялар һәм элемтә, энергетика, хәрби, халыҡ көнкүрешен тәьмин иткән, мөһим дәүләт һәм махсус объекттарҙы, шулай уҡ кеше ғүмеренә, һаулығына һәм тирә-яҡ мөхиткә хәүеф менән янаған объекттарҙы һаҡлау, йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм көсәйтеү;
- транспорт, коммуникациялар һәм элемтә, энергетика объекттары, шулай уҡ кеше ғүмеренә, һаулығына һәм тирә-яҡ мөхиткә хәүеф менән янаған объекттарҙың эшенә айырым режим индереү.
Фото: katehon.com