+12 °С
Облачно


Был хаҡта ҡала башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Вячеслав Калугин хәбәр итте. Эшҡыуар Сергей Люлин үҙенең УАЗ фургонын ("Буханка") гуманитар ярҙам менән бергә Доставалов исемендәге башҡорт батальонына ебәргән.
Әлеге ваҡытта батальон хәрбиҙәре махсус хәрби операцияла үҙ бурысын үтәй.
– Был УАЗ заманса автомобилдәргә ҡарағанда ла көслөрәк. Кем әйтмешләй, уның менән тауға ла, урманға ла йөрөргә мөмкин. Ул 40 сантиметр ҡалынлыҡтағы көрттө еңел генә үтә ала, ә юлһыҙ ерҙә елдәй елә. Беҙҙең егеттәргә кәрәге тейер! – тип яҙҙы Вячеслав Калугин.