Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Октябрь 2022, 11:40

Брифинг уҙа

Бөгөн, 24 октябрҙә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында төбәктән мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса махсус брифинг буласаҡ.

Брифинг уҙа
Брифинг уҙа

Студияла спикерҙар һәм ҡунаҡтар льготаларға эләккән халыҡ категориялары, ярҙам алыу ысулдары, уларҙы юллау буйынса ниндәй документтар кәрәклеге кеүек көнүҙәк һорауҙарға яуап бирәсәк. Республикала дөйөм алғанда 30-ҙан артыҡ ярҙам саралары эшләй. Быға махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың уҡыусы балаларын бушлай ашатыу, лагерҙарҙа ял иттереү, «Һөт кухняһы» продукцияһын биреү инә.

Тура эфирҙы шулай уҡ «Рәсәй 24», «Рәсәй радиоһы» менән хөкүмәт, Республика менән идара итеү үҙәге аша социаль селтәрҙәр аша трансляция алып барасаҡ.
Брифинг киске сәғәт 7-лә башланасаҡ.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: