Был хаҡта Рәсәйҙең Хәрби көстәре Генштабының Баш ойоштороу-мобилизация идараһы етәксеһе генерал-полковник Евгений Бурдинский хәбәр итте.
«Хәрби хеҙмәткә саҡырылған егеттәр Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләре биләмәләрендәге хәрби частарға ебәрелмәй, шулай уҡ махсус операцияла ҡатнашмай», — тип белдерҙе Бурдинский «Красная звезда» газетаһына биргән интервьюһында.
Ғәҙәттә көҙгө саҡырылыш кампанияһы 1 октябрҙән башлана, ләкин быйыл уны өлөшләтә мобилизация үткәреүгә бәйле1 ноябргә күсерҙеләр, тине Бурдинский. Уның һүҙҙәренсә, быйыл көҙ йәмғеһе120 мең кешене саҡырыу планлаштырыла, был иһә уҙған йылдарға ҡарағанда 7,5 меңгә аҙыраҡ.
«Хеҙмәт хеҙмәтен тултырған һалдаттарға килгәндә, улар октябрҙән тыуған яғына ҡайта башланы. 31 октябргә билдәле булған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 19,5 мең кеше Ҡораллы көстәр сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡан», — диде Бурдинский.