Яңылыҡтар
1 Ноября 2022, 06:24

Ҡарлы ямғыр һәм боҙлауыҡ вәғәҙәләйҙәр

Шишәмбе, 1 ноябрҙә, Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуы көтөлә.

Ҡарлы ямғыр һәм боҙлауыҡ вәғәҙәләйҙәрҠарлы ямғыр һәм боҙлауыҡ вәғәҙәләйҙәр
Ҡарлы ямғыр һәм боҙлауыҡ вәғәҙәләйҙәр

 Синоптиктар хәбәр итеүенсә, бөгөн республикала сымдарға һәм ағастарға ҡар һырыуы, боҙлауыҡ булыуы, елдең секундына 15-20 метрға етеүе, автомобиль юлдарына төндә һәм иртән томан төшөүе, 500 метрҙан күреү мөмкинлегенең кәмеүе ихтимал.

Республиканың көньяғында ныҡ итеп ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы ихтимал. Юлдарҙа һаҡ йөрөгөҙ!

Фото: stihi.ru

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас