

- Йыйылған аҡсаға электродтар, планшет, телефон өсөн тышҡы аккумулятор (power bank), иретеп йәбештереү аппараты, заряд ҡулайламаһы кеүек мөһим әйберҙәр һатып алдыҡ. Ошондай изге эштәр арҡылы һеҙ еңеүгә үҙ өлөшөгөҙҙө индерәһегеҙ, һәммәгеҙгә лә ҙур рәхмәт! - тине ул айырата ғорурлыҡ менән.
Үҙ сиратымда, һауаплы ғәмәлде ойошторған, дәррәү күтәреп алған барлыҡ Ҡатай ырыуы ир-аҙаматтарына, ҙур әүҙемлек күрһәткән Сермән, Манышты ауылдары халҡына, райондаштарға, шулай уҡ ситтә ҡалмаған Ейәнсура, Мәләүез, Учалы, Стәрлебаш егеттәренә сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм! Ил барҙа, ир хур булмаҫ, ир барҙа, ил хур булмаҫ!
Ранис АЛТЫНБАЕВ.
Фото: ria.ru