Яңылыҡтар
1 Ноября 2022, 12:25

Киҫәмәгән

Ҡаланың Блюхер урамында юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары дәүләт теркәү билдәһе булмаған ВАЗ-21120 автомобилен туҡтата. Ҡаһарман ауылында йәшәүсе 21 йәшлек водителдең документтарын тикшергән саҡта, полиция хеҙмәткәре уның быға тиклем Енәйәт кодексының 264.1 статьяһына ярашлы, иҫерек килеш транспорт сараһы менән идара иткән өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған йәки хөкөм ителгәнлеген асыҡлай.

КиҫәмәгәнКиҫәмәгән
Киҫәмәгән

Баҡтиһәң, егет транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән булған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул ғинуар һәм август айҙарында руль артына ултырған һәм шул сәбәпле административ яза алған. Бынан тыш, йәш кеше теркәлмәгән транспортта йөрөгәне, автомобиль менән идара иткән саҡта хәүефһеҙлек ҡайышы таҡмауы, документтары, дәүләт номерҙары булмауы һәм иҫерткес эсемлектәр ҡулланыуға медицина тикшереүенән баш тартҡаны өсөн күп тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.

Водителгә ҡарата РФ Енәйәт кодексының “Водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән һәм административ яуаплылыҡҡа тарттырылған йәки хөкөм ителгән көйө транспорт сараһы менән идара итеү” статьяһына ярашлы енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ул үҙенең ғәйебен таныған, автомобиль тартып алынған. Ғәйепләү һөҙөмтәһен раҫлау өсөн енәйәт эше прокуратураға йүнәлтелгән.

Билдәле булыуынса, РФ Енәйәт кодексының әлеге статьяһы 2022 йылдың 25 июлендә ғәмәлгә инде. Уға ярашлы, быға тиклем водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән һәм бының өсөн административ яза алған йә хөкөм ителгән автомобилистарҙы 300 мең һумғаса күләмдә штраф, 480 сәғәт хеҙмәт, 2 йылға тиклем мәжбүри эштәр йәки ике йылғаса иркенән мәхрүм итеү көтә.

Ләйсән КӘШБИЕВА,

район буйынса эске эштәр бүлегенең

өлкән тәүтикшереүсеһе.

 

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас