Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Ноябрь 2022, 11:33

Мобилизацияланған яҡташтарыбыҙҙың балалары йәмәғәт транспортында бушлай йөрөй ала

Башҡортостанда махсус хәрби операция зонаһына мобилизацияланған яҡташтарыбыҙҙың балалары йәмәғәт транспортында бушлай йөрөргә мөмкин. Республика хөкүмәтенең тейешле ҡарары рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт Интернет-порталында баҫылған.

Мобилизацияланған яҡташтарыбыҙҙың балалары йәмәғәт транспортында бушлай йөрөй ала
Мобилизацияланған яҡташтарыбыҙҙың балалары йәмәғәт транспортында бушлай йөрөй ала

Хәҙер 1-11-се класс уҡыусылары, 23 йәшкә тиклемге урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары студенттары йәмәғәт транспортында бушлай йөрөргә хоҡуҡлы.

Транспорт ойошмаларының киткән сығымдарын республика бюджеты үҙ өҫтөнә ала.

1 ноябрҙән көсөнә ингән ҡарар йылдың аҙағына тиклем ғәмәлдә ҡала.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу өсөн норматив-хоҡуҡи акттар — өс закон һәм 22 акт әҙерләнә. Был хаҡта Башҡортостан вице-премьеры — финанс министры Лира Иғтисамова хәбәр иткәйне.

Фото: spasibovsem.ru

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: