Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Ноябрь 2022, 17:05

Уҙғандың көлө туҙған да бит

34 йәшлек ҡала кешеһенең “Лада Приора” автомобиленә танышы зыян килтергән.

Уҙғандың көлө туҙған да бит
Уҙғандың көлө туҙған да бит

Чапаев урамындағы ваҡиға урынына тәфтиш-оператив төркөм юллана. Асыҡланыуынса, ғариза биреүсе менән әлеге уҫал ниәтле танышы магазинда тап булышалар. Элекке низағ арҡаһында ирҙәр араһында бәхәс ҡуба. Магазиндан атылып сыҡҡан 33 йәшлек ир оппонентының автомобилен аңғарып, аяҡ-ҡулдары менән уны дөмбәҫләй башлай. Һөҙөмтәлә, “Лада” ян-яҡлап зыян күрә, тәҙрә-көҙгөләре, тотҡалары ватыла. Автомобилдең хужаһы яҡын килергә ҡыймай, хәлде ситтән күҙәтеү менән сикләнә.

“Лада Приора” өсөн яңы деталдәр һәм тергеҙеү эштәре 128 мең һумға торошло тип баһалана.

Тәртип һаҡсылары енәйәт ҡылыусыны ҡулға ала. Ул шунда уҡ үҙ ғәйебен таный. Килеп тыуған хәлде иҫерек булыуы менән аңлата. Уҫал ниәттән кеше мөлкәтенә ҙур зыян килтергән иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әлеге ваҡытта тикшереү эше тамамланып, материалдар судҡа тапшырылған.

Ләйсән КӘШБИЕВА,

район буйынса эске эштәр бүлегенең

өлкән тәүтикшереүсеһе.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: