

Ошо үҙәктәрҙең белгестәре төрлө ярҙам сараларын күрһәтеү мәсьәләләре буйынса 900-ҙән ашыу консультация үткәргән, 86 хәрби хеҙмәткәрҙең ғаилә ағзаһына психологик ярҙам күрһәтелгән.
«Меңдән ашыу кешегә аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, балалар өсөн гигиена әйберҙәре менән ярҙам иттеләр. Белгестәр бөтәһе 839 ғаиләгә барҙы, — тинеләр Хеҙмәт министрлығында. — Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларының 131-е өйҙә хеҙмәтләндерелә башланы. Уларҙың 118-е — оло йәштәгеләр, һигеҙ инвалид, шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләгән биш ғаилә».
Башҡортостандың «Ғаилә» үҙәктәренең берҙәм телефоны: 8-800-347-5000.
Тулыраҡ мәғлүмәтте республиканың Ғаилә порталынан алырға мөмкин.
фото: novospasskoe-city.ru